"Ишет мине, әсәй"

һүҙ йомғағы

Алтын – көмөш яуған ерҙән тыуған-үҫкән ил артыҡ.

Комментарийҙар

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Өфөлә Татарстан башҡорттары мәҙәниәте көндәре уҙғарыла

22-24 апрелдә Өфөлә Татарстан Республикаһы башҡорттары мәҙәниәте көндәре уҙғарыла. Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йортонан хәбәр итеүҙәренсә, ҡунаҡтарҙы бай программа көтә. Унда ҡала музейҙары, мәҙәниәт учреждениелары, мәғариф ойошмалары һәм иҫтәлекле урындары буйлап экскурсиялар, Татарстан Республикаһының рәсми делегацияһы ағзаларының киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуы ҡаралған. Туғандаш республиканың делегацияһында — 50 кеше. 23 апрелдә Башҡортостандың Милли музейында «Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә башҡорттар: үткәнебеҙ, бөгөнгөбөҙ һәм киләсәккә пландар» түңәрәк өҫтәлен үткәреү күҙаллана. Шулай уҡ М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрында Татарстан башҡорттары сәнғәт оҫталарының гала-концерты була. «Башҡортостанда Рәсәй төбәктәре башҡорттары мәҙәниәте көндәрен уҙғарыу изге йолаға әүерелде. Проектта Силәбе, Ырымбур, Һарытау, Һамар, Свердловск өлкәләре һәм Пермь крайы башҡорттары ҡатнашты ла инде», — тип хәбәр итте Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Азат Ибраһимов

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение