"Ишет мине, әсәй"

һүҙ йомғағы

Алтын – көмөш яуған ерҙән тыуған-үҫкән ил артыҡ.

Комментарийҙар

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Өфөлә Мәрйәм Бураҡаеваның тәүге өс томлы китабының исем туйы уҙҙы

Өфөлә күренекле башҡорт яҙыусыһы һәм йәмәғәт эшмәкәре Мәрйәм Бураҡаева әҫәрҙәренең тәүге өс томлы китабының исем туйы уҙҙы.
Китап Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә донъя күрҙе. Баҫма авторҙың 75 йәшенә арнала. Беренсе томға «Һүнмәҫ нурҙар», «Шишмә», «Аҡбалыҡ» повестары ингән. Яҙыусы үҫеп килгән быуын һәм экология проблемаларын күтәрә. «Минең өсөн әҙәби әҫәр — ул нәфис һүҙ менән кеше күңеленә, хис-тойғоларға тәьҫир итеү алымы. Кеше китапта тасуирланған нәмәне ысын тормош һымаҡ, ә геройҙарҙы яҡын кешеләр, замандаштары кеүек ҡабул итә. Геройҙар аша күңелгә үтеп инеү, кәрәкле уй-фекерҙәрҙе еткереү еңелерәк», — ти, яҙыусы.
Мәрйәм Бураҡаева – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһы Яҙыусылар союзы ағзаһы, «Аҡ тирмә» башҡорт милли-мәҙәни үҙәк рәйесе, «Тормош һабаҡтары» дәреслегенең авторы.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение