"Ишет мине, әсәй"

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Өфөлә композитор Шамил Ибраһимовтың 95 йыллығына IX асыҡ хор дирижерҙар конкурсы уҙғарыла

27-30 мартта Өфөлә Шамил Ибраһимов исемендәге IX асыҡ хор дирижерҙар конкурсы уҙғарыла. Ул билдәле башҡорт композиторының тыуыуына 95 йыл тулыуға арнала. Сарала һөнәри белем биреү учреждениелары студенттары ҡатнаша. Өфө сәнғәт училищеһы, Октябрьский һәм Салауат музыка колледждары, Салауат Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы, Ырымбур өлкәһе Быҙаулыҡ музыка колледжынан конкурсанттарҙы А.В. Свешников исемендәге дәүләт академия рус хорының художество етәксеһе Евгений Волков рәйеслегендәге жюри баһалай. Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, конкурс барышында жюри рәйесе, А.В. Свешников исемендәге дәүләт академия рус хорының художество етәксеһе Евгений Волковтың оҫталыҡ дәрестәре, «Юрлов уҡыуҙары» Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы, шулай уҡ Башҡортостандың Т. Сәйфуллин исемендәге Дәүләт академия хор капеллаһы (художество етәксеһе һәм баш дирижер Алһыу Хәсбиуллина) һәм С.Г. Эйдинов исемендәге Магнитогорск дәүләт академия хор капеллаһының (художество етәксеһе – Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Надежда Иванова) концерттары үтә. Конкурс башҡорт композиторҙарының хор ижадын, классик һәм заманса хор музыкаһын пропагандалауға, хор йыры сәнғәтен һәм дирижерлыҡты үҫтереүгә, талантлы хор дирижерҙарын асыҡлауға, йәш дирижерҙарҙы тәрбиәләүҙә өҫтәмә стимул булдырыуға, музыкаль-педагогик һәм башҡарыу мәктәбе традицияларын һаҡлауға, һөнәри белем биреү учреждениеларында белгестәр әҙерләүҙең сифатын арттырыуға, педагогик тәжрибә алмашыуға, ижади даирәне киңәйтеүгә йүнәлтелгән.

ЯҢЫ ТАПШЫРЫУҘАР

19.09.2018

Мәшһүр ҡурайсы-йыраусы, остаз

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әҙеһәм Исҡужиндың 90 йыллығы

18.09.2018

Тыуған яҡтар буйлап, уйҙар уйлап...
Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова-Иҙелбаева.

17.09.2018

Театр, бөгөнгө көндә уның роле, үҙ асылыңды эҙләү, тамашасы күңеленә үтеп инеү
Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе артисы Рафиҡ Хәсәнов.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение