Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Өфөлә халыҡ риүәйәтселәре «Сәсән һәм Донъя» концертында сығыш яһай

Өфөлә халыҡ һүҙ оҫталарының, риүәйәтселәрҙең, музыканттарҙың «Сәсән һәм Донъя» тип исемләнгән ҙур концерты үтә. Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына һәм 2020 йылғы Бөтә донъя Фольклориадаһына арналған сара 26 мартта була. Үҙ оҫталыҡтарын сәсәндәр, оҫта музыканттар: Рәсәйҙә һәм республикала күренекле ғалим-сәсән, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Халыҡ-ара аҡындар, дастансылар бәйгеһе, «Рәсәй тауыштары» бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты Розалиә Солтангәрәева (проект авторы) һәм М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты янындағы Сәсәндәр мәктәбенән уңың уҡыусылары: Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Илшат Мөслимов (скрипка), халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты Гүзәл Үмәрғәлина (думбыра), «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле солисы Зәлиә Ғәниәтуллина (ҡыл-ҡумыҙ), Рөстәм Ғүмәров, Байрас Күсәрбаев (ҡурай), Иршат Ильясов (думбыра), Сәнғәт училищеһының думбырасылар ансамбле, йырсылар күрһәтәсәк. Концерт Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте һәм «Башҡортостан Республикаһы Сәсәндәр үҙәге» фольклорын үҫтереү буйынса автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма ойоштороуында һәм булышлығында уҙа. Халыҡ ижадын үҙ итеүселәрҙе Кәсепселек урамы, 17 адресы буйынса Республика халыҡ ижады үҙәгенең Мәҙәниәт йортонда көтәләр. Киске сәғәт 7-лә башлана.

ЯҢЫ ТАПШЫРЫУҘАР

20.07.2018

Р.Байымов "Хазина"
Заһир Вәлитов уҡый, 1989 йылғы яҙма.

19.07.2018

Т.Сәғитов "Аманат"
Фирҙәт Ғәлиев уҡый, 1999 йылғы яҙма.

18.07.2018

Әнисә Таһирова "Ҡырҡ берҙәге ҡырыҫ ҡатындар", 2-се бүлек
Әхәт Мортазин менән Илсөйәр Ғәзетдинова уҡый, 2004 йылғы яҙма.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение