"Ишет мине, әсәй"

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Өфөлә "Беҙҙең бренд" фестивале уҙа

Өсөнсө «Беҙҙең бренд» аҙыҡ-түлек фестивале 14-17 ноябрҙә Өфөлә үтә, тип хәбәр итә республиканың Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Фестивалдә Өфөнән һәм Рәсәй төбәктәренән 100-ҙән ашыу компанияның ҡатнашыуы көтөлә. Улар иң яҡшы аҙыҡ-түлек һәм эсемлек өлгөләре, өр-яңы ҡаҙаныштар һәм технологиялар менән таныштыра.

Эшлекле программа сиктәрендә «Географик индикаторҙар менән аҙыҡ-түлек. Донъя тәжрибәһе һәм Рәсәйҙең мөмкинлектәре», «Тәъмин итеүсе көнө» сауҙа-һатып алыу сессияһы, «Фермерҙарҙың тауарҙарын танытыу. Уңыш серҙәре», «ФOODNET. Ысынбарлыҡ һәм киләсәк», «Балалар. Туҡланыу. Сәләмәтлек», «Сауҙа һәм етештереүселәр. Иҡтисади кооперация формаһы» түңәрәк өҫтәлдәре, шулай уҡ «Рәсәй фермерҙарының аҙыҡ-түлегенән аш-һыу» оҫталыҡ дәрестәре һәм сауҙа мәктәбе уҙа.

Күргәҙмәлә «Беҙҙең бренд» аҙыҡ-түлектән ауыҙ итеү конкурсы һәм Рәсәй бариста чемпионатының Волга буйы төбәгендә һайлап алыу этабы була.

ЯҢЫ ТАПШЫРЫУҘАР

13.11.2018

Заман. Бала саҡ. Иң шәп китап
Билдәле шағирәләр Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина менән Тәнзилә Дәүләтбирҙина.

07.11.2018

"Башҡортостан уҡытыусыһы"журналы эшмәкәрлеге

Әңгәмәлә баҫманың баш мөхәррире, Республика нәшриәт йорто генераль директорының милли матбуғат буйынса ярҙамсыһы Салауат Кәримов ҡатнаша

Алып барыусы: Фәнүзә Баһауетдинова

06.11.2018

Арҙаҡлы яҙыусының "Йөрәктәге яҙмалар"ы
С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, танылған шағир һәм ғалим Рәшит Шәкүр.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение