"Ишет мине, әсәй"

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Өфөлә актер, драматург һәм педагог Илшат Йомағоловҡа мемориаль таҡтаташ асылды

Өфөлә актер, драматург һәм педагог, БАССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Илшат Йомағоловҡа мемориаль таҡтаташ асылды. Таҡтаташ Софья Перовская урамында 2004-2007 йылдарҙа артист йәшәгән йортҡа ҡуйылды. Иҫтәлекле таҡтаташты Илшат Йомағоловтың портреты төшөрөлгән һәм үҙенең философик йөкмәткеле шиғыр юлдары яҙылған китап биҙәй. Композиция идеяһының авторы — актерҙың тормош иптәше, Башҡорт драма театры актрисаһы Рәмзиә Хисамова. Уҙған йылда артистың тыуыуына — 85 һәм уның яҡты донъя менән хушлашыуына 10 йыл тулды. Иҫтәлекле таҡтаташ асыу тантанаһына коллегалары һәм дуҫтары — М. Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры актерҙары, ғаилә ағзалары, уҡыусылары һәм уның ижадын һөйөүселәр килгәйне. 19 ғинуарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә Илшат Йомағоловтың тыуыуына 85 йыл тулыуға бағышланған хәтер кисәһе уҙа. Унда М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры, Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе артистары ҡатнаша. Кисә ике бүлектән тора: тәүгеһендә — драматургтың пьесалары буйынса ҡуйылған спектаклдәрҙән өҙөктәр, икенсеһендә иһә уның ҡатнашлығында «Башватҡыс» фильмын (режиссеры — актерҙың улы Айсыуаҡ Йомағолов) күрһәтеү ҡаралған.

ЯҢЫ ТАПШЫРЫУҘАР

15.01.2019

Һәр замандың - үҙ хикмәте
Юмор һәм сатира оҫтаһы, танылған яҙыусы Марсель Сәлимов.

09.01.2019

Рәсәй матбуғаты көнө

Студия ҡунаҡтары: Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан журналистар союзы рәйесе урынбаҫары Фәнил Ҡоҙаҡаев менән Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре,“Өмөт”гәзитенең баш мөхәррире Рәдис Ноғоманов

26.12.2018

Һүҙ сәнғәтенең көсө
Башҡортостандың яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Зәки Әлибаев.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение