Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Өфөлә «Журналистика – беҙҙең яҙмышыбыҙ» конкурсы лауреаттары бүләкләнде

Бөгөн, Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан, Өфөлә Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәленә сәскә һалыу тантанаһы үтте. Унда республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы вәкилдәре, «Республика Башкортостан» нәшриәт йорто директоры Венера Хәкимова, Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков, республиканың төп киң мәғлүмәт саралары мөхәррирҙәре, журналистар ҡатнашты. Был көндә Матбуғат йортоноң туғыҙынсы ҡатында Башҡортостан Журналистар союзының яңы бинаһын асыу тантанаһы булды. Һуңынан Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге йорт-музейҙа Рәсәй журналистар союзының 100 йыллығына арналған «Журналистика – беҙҙең яҙмышыбыҙ» республика конкурсы лауреаттарына дипломдар тапшырылды. Тантанаға күп йылдар тармаҡта фиҙаҡәр хеҙмәт иткән Башҡортостан журналистикаһы ветерандары саҡырылғайны. Салауат ҡалаһының «Һайлау» гәзитенән Зәбир Исламов, «Благовар хәбәрҙәре» район гәзите мөхәррире Лира Ғафарова, «Ватандаш» журналының баш мөхәррир урынбаҫары Сәлимйән Бәҙретдинов «Журналистика – беҙҙең яҙмышыбыҙ» конкурсының өсөнсө дәрәжә дипломдарына лайыҡ булды. «Ейәнсура таңдары» район гәзитенең бүлек мөдире Виктория Демидова (Куянова) «Немного бомж, немного дипломат» тигән эше һәм Башҡортостан юлдаш телеканалы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин «Башҡортостандың алтын тауышы» Әхәт Мортазиндың тормошо һәм ижады тураһында сюжеты өсөн конкурста икенсе урынды алды. «Яңылыҡтар — беҙҙең һөнәребеҙ» китабы өсөн «Башинформ» агентлығының баш мөхәррир урынбаҫары Алик Шакиров «Журналистика – беҙҙең яҙмышыбыҙ» конкурсы еңеүсеһе тип танылды. Кесаҙна, 14 июндә, республика киң мәғлүмәт саралары журналистары Ҡариҙел районында йолаға әүерелгән «Журфест» байрамында ҡатнаша.

ЯҢЫ ТАПШЫРЫУҘАР

09.10.2018

Ырымбур өлкәһе. М. Буранғоловҡа стелла ҡуйылды
"Түңәрәк өҫтәл" артындағы һөйләшеүҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев һәм яҙыусы, журналист Сәрүәр Сурина ҡатнашты.

08.10.2018

Ҡурсаҡ театры актерҙары-тылсымсылар…

Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, театр сәнғәтен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн К.С.Станиславский миҙалы менән бүләкләнеүсе актриса Миңлеғаян Сафина

Алып барыусы: Фәнүзә Баһауетдинова

02.10.2018

Урал батыр фатихаһы
Йәмәғәт эшмәкәрҙәре, "Берҙәмлек" ойошмаһы ағзалары Әлфиә Йосопова, Шәүрә Солтанова һәм Йомадил Йомағужин "Түңәрәк өҫтал" артында үҙҙәренең уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение