Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Өфөлә «Урал моңо» халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашыусылар һайлап алынды

Өфөлә «Урал моңо» халыҡ-ара төрки йәштәренең музыкаль ижады конкурс- фестиваленең һайлап алыу туры уҙҙы. Унда Бөрйән, Ейәнсура, Ҡырмыҫҡалы, Күгәрсен, Иглин, Шишмә, Учалы райондарынан, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Учалы һәм Өфө ҡалаларынан солистар һәм вокаль, вокаль-инструменталь коллективтар ҡатнашты.
Һөҙөмтәлә түбәндәге конкурсанттар һайлап алынды: Тимур Рамазанов (Өфө), Ләйсән Хәлиуллина (Иглин районы), Заһир Зәйнетдинов (Өфө), Рәфис Сирусин (Өфө), Илдар Жамалов (Учалы), Рәфис Ишбаев һәм Ильяс Кинйәғолов (Ишембай), Әлфиә Мырҙабаева (Ейәнсура районы), Юнир Һағынбаев һәм Зәлиә Ғәниәтуллина (Өфө). Быйыл туғандаш төрки халыҡтарын берләштергән халыҡ-ара проект VI Бөтә донъя фольклориадаһын үткәреүгә әҙерлек барышында — 8-10 июндә уҙа. Унда төрки телле илдәрҙән һәм Рәсәй төбәктәренән вокалистар ҡатнаша. Улар араһында — Төркиә, Ҡаҙағстан, Азербайжан, Ҡырғыҙстан, Дағстан, Саха (Яҡутстан), Алтай, Хакасия, Мәскәү, Әстрхан өлкәһе һәм Ставрополь крайы вәкилдәре. Был конкурс-фестиваль генә түгел, ә музыка, төрки йәштәренең берҙәмлеге байрамы. Сара һәләтле йәш башҡарыусыларҙы эҙләү һәм уларға булышлыҡ итеү маҡсатында уҙғарыла. Конкурс-фестивалде Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, В. Д. Поленов исемендәге Рәсәй халыҡ ижады йорто булышлығында Республика халыҡ ижады үҙәге, Өфө ҡалаһы хакимиәте, Ишембай районы хакимиәте ойоштора.

ЯҢЫ ТАПШЫРЫУҘАР

15.08.2018

Кәтибә Кинйәбулатова "Клара"
Нурия Ирсаева уҡый

13.08.2018

Фәрзәнә Аҡбулатова "Туғайҙарҙа турғай"
Миңзәлә Хәйруллина уҡый, 1988 йылғы яҙма.

12.08.2018

"Рәхмәт, игенселәр"
Башҡортостан шағирҙарының шиғырҙары, 1983 йылғы яҙма.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение