"Ишет мине, әсәй"

һүҙ йомғағы

Ере күп булған ил көлөр,
Бейе күп булған ил бөлөр.

Комментарийҙар

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Өфөлә «Театр яҙы» IX республика фестивален асыу тантанаһы уҙҙы

Кисә, 20 апрелдә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты иҫәбенә уҙғарылған «Театр яҙы» IX республика фестивален асыу тантанаһы үтте.
Фестивалдең маҡсаты – республикала театр сәнғәтен һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү, театрҙарҙың ижади процесында төп йүнәлештәрҙе асыҡлау, бөтә театр һөнәрҙәре – актёрҙар, рәссамдар, режиссёрҙар, тәнҡитселәр араһында бәйләнештәрҙе нығытыу.
Алты көн дауамында Өфөнөң төрлө сәхнә майҙансыҡтарында милли драматургия әҫәрҙәре буйынса 15 спектакль күрһәтеләсәк. Фестиваль программаһында республиканың барлыҡ профессиональ театр коллективтары, шулай уҡ Алексей Бахрушин исемендәге Дәүләт үҙәк театр музейы (Мәскәү) ҡатнаша. Шулай уҡ фестиваль сиктәрендә оҫталыҡ дәрестәре һәм Рәсәйҙең алдынғы театр эшмәкәрҙәренең лекциялары ойошторола.
«Театр яҙы -2017» фестивале Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры алдындағы майҙанда сағыу тамаша һәм ҡатнашыусыларҙың парады менән башланды, ә Салауат башҡорт дәүләт драма театры Мостай Кәримдең «Ауыл адвокаттары» повесы мотивтары буйынса «Ерҙәштәр» спектаклен тәҡдим итте.
Фестивалде асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов булды.
«Театр яҙы»н бөгөн, 21 апрелдә Мостай Кәрим әҫәре буйынса ҡуйылған «Ай тотолған төндә» спектакле менән дауам итәсәктәр. Сәхнәлә - Стәрлетамаҡ рус театры.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.