"Ишет мине, әсәй"

һүҙ йомғағы

Ил ҡәҙерен белмәгән –
башын юғалтҡан,
ер ҡәҙерен белмәгән –
ашын юғалтҡан.

Комментарийҙар

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Өфөлә «Республиканың 100 ҡатын-ҡыҙы: көс һәм наҙлылыҡ» проектының «Бәхет өләшеүселәр» исемле дүртенсе бүлеге асылды

Өфөлә «ВДНХ-Экспо» күргәҙмә комплексында Халыҡ-ара экологик форум сиктәрендә «Республиканың 100 ҡатын-ҡыҙы: көс һәм наҙлылыҡ» фотопроектының «Бәхет өләшеүселәр» исемле дүртенсе бүлеге асылды. Проекттың концепцияһы ҡатын-ҡыҙҙар образдары – билдәле бер эшмәкәрлек йүнәлештәрен сағылдырған республикалағы күренекле кешеләрҙең галереяһын булдырыуҙы күҙ уңында тота.
Беренсе бүлегендә 15 сәйәсмән ҡатын-ҡыҙ булды, икенсе «Һүҙ һәм матурлыҡ. Башҡортостан Республикаһының медиайөҙҙәре» бүлегендә 25 федераль һәм республика теле һәм радиоканал, гәзит, журнал, интернет-баҫма, шулай уҡ дәүләт власы органдарының матбуғат хеҙмәте вәкилдәре ҡатнашты. «Матурлыҡ һәм сәләмәтлек. Һаулыҡ һаҡлау ҡатын-ҡыҙҙары» тип исемләнгән өсөнсө бүлектә дәүләт һәм шәхси медицина учреждениеларының 26 етәксеһе һәм хеҙмәткәре күрһәтелде. Хәйриә фондтарының һәм ойошмаларҙың 22 вәкиле, ғүмерҙәрен мохтаж кешеләргә ярҙам итеүгә арнаған ҡатын-ҡыҙҙар фотопроекттың дүртенсе бүлеге геройҙары булды. Ул – «Мәрхәмәт» хәйриә белем биреү фонды, «Беҙҙең балалар» фонды, «Минең менән йөрөп кил» проекты, «Ярҙам» төбәк йәмәғәт ойошмаһы, «Юғалтыуҙар юҡ», «Һөйөү менән», «Ҡотҡар мине» фондтары, «Мөмкинлек» балаларға ярҙам итеү йәмғиәте, «Үҙенсәлекле балалар», «Ҡартлыҡ шатлыҡта ғына – Өфө» фондтары һәм башҡа ойошма етәкселәре.
Хәйриәлек өлкәһендә мәшғүл ҡатын-ҡыҙҙар – көн һайын үҙ яурынына кемдәрҙеңдер ғүмерҙәрен ҡотҡарыу бурысы һалған, ашығыс ярҙамға мохтаж кешеләрҙең һыҙланыуҙарын үҙе аша үткәргән бөтә көслө шәхестәр. Әммә шул уҡ ваҡытта улар һоҡланыу тыуҙырған матур, нәфис ҡатын-ҡыҙ булып ҡала, тип билдәләй сараны ойоштороусылар.
Төп фекер авторы һәм проекттың башҡарма продюсеры – Ләйсән Мортазина, фоторәссам – Хәлит Сафин, визажист – Лиана Каретникова. Проекттың киләһе «Матурлыҡ һәм Бизнес» бүлегендә иң уңышлы компания етәкселәре булған ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнаша. Бөтә башлыҡтарҙың дөйөм экспозицияһы проекттың һөҙөмтәһе була, ул Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына арнала.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение