"Ишет мине, әсәй"

һүҙ йомғағы

Алтын – көмөш яуған ерҙән
тыуған-үҫкән ил артыҡ.

Комментарийҙар

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Өфөлә «Китап» нәшриәте Рәзилә Низамова менән Автограф көнөнә саҡыра

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте Автограф көнөнә саҡыра. Әҙәбиәт һәм сәнғәт һөйөүселәрҙе, шулай ҡәләм тибрәтә башлаған яҙыусыларҙы «Иңдәремдә заман хәстәре» исемле сараға саҡыралар. Унда журналист, шағирә, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Рәзилә Низамованың «Заман һулышы» китабының исем туйын үткәреү ҡаралған. Китап татар телендә донъя күргән. Байрамда автор һәм китапҡа ингән мәҡәләләрҙең геройҙары — дәүләт эшмәкәрҙәре, ғалимдар, табиптар, яҙыусылар, шағирҙар, сәхнә йондоҙҙары, уҡытыусылар, игенселәр ҡатнаша.
Сара 17 апрелдә нәшриәттең тамашалар залында уҙа. Адресы: Октябрь проспекты, 2-се йорт. Көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение