"Ишет мине, әсәй"

һүҙ йомғағы

Баланың буйын көтмә, аҡылын көт.

Комментарийҙар

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Өфөлә «Башҡортостандың иҫ киткес кешеләре» интернет-ресурсы эшләй башлай

«Башҡортостандың иҫ киткес кешеләре» интернет-ресурсының инициаторы – Башҡортостандың «Башҡорт энциклопедияһы» дәүләт автономиялы ғилми учреждениеһы. Проекттың маҡсаты – үҙенең кесе Ватаны тарихында беленерлек эҙ ҡалдырған һәм йәмғиәт үҫешенә, Башҡортостандың уңышлы үҫешеүенә ныҡышмалы, намыҫлы ҙур өлөш индергән йәки әле лә шуның менән шөғөлләнгән республиканың талантлы, абруйлы, юғары сифаттарға эйә кешеләре тураһында һөйләү, тип аңлата учреждениеның матбуғат хеҙмәте.
Интернет-ресурста Башҡортостан Республикаһының иҫ киткес кешеләре тураһында мәғлүмәти материалдар (биографиялары, хәтирәләр, очерктар, мәҡәләләр) урынлаштырыу күҙаллана.
Ҡулъяҙмалар (шул иҫәптән һүрәттәр) электрон вариантта, шулай уҡ баҫылған формала ла ҡабул ителә, күләме – рус, башҡорт һәм татар телдәрендә өс биттән артмаҫҡа тейеш. Ҡулъяҙмаларҙы түбәндәге адрес буйынса ебәрергә кәрәк: 450006, Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 55, йәки электрон почтаға: imena@bashenc.ru.
Килгән материалдар нигеҙендә 2018 йылдың 31 авгусына тиклем электрон ресурстың һынау төрөн эшләтеп ебәреү күҙаллана. Ул артабан камиллашасаҡ һәм тулыланасаҡ.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение