"Ишет мине, әсәй"

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Өфө моданың танылған баш ҡалаһы булып бара

Өфө моданың танылған баш ҡалаһы булып бара. Ошо хаҡта сайз-модель Эльвира Ишморатова Өфөлә сираттағы проектты уҙғарғандан һуң белдерҙе. Башҡортостандың баш ҡалаһында күренекле дизайнерҙарҙың яңы коллекцияларының премьераһы булды. Матурлыҡ көндәре сиктәрендә Өфөлә «ВДНХ-Экспо» күргәҙмә комплексында Эльвира Ишморатованың Stikhia студияһы ҙур халыҡ-ара проект тәҡдим итте. Тәүге тапҡыр Өфө подиумына балалар һәм ир-егеттәр коллекциялары сыҡты. Өфөлә Рәсәй һәм донъя мода коллекцияларының премьералары үтә. Беҙҙең төбәк тәүге тапҡыр юғары кимәлдәге дизайнерҙарҙы йәлеп итә, яңы мода йүнәлештәре ҡуя». Проектта Белорусся модельеры, Мәскәүҙә Халыҡ-ара таланттар, моделдәр һәм дизайн форумында Пьер Кардендан Алтын миҙал яулаған Наталия Гайдаржи; CoupletuyStyle – Өфөлә башҡорт этностилендә заманса кейем бренды; «Сәлихә» – апалы-һеңле Батпеновтарҙың мосолман кейемдәре проекты (Аҡтүбә, Ҡаҙағстан) ҡатнашты. Эльвира Ишморатова — fashion-модель, Stikhia студияһы — тәбиғи матурлыҡты пропагандалаусы проекттың етәксеһе, халыҡ-ара матурлыҡ конкурстары еңеүсеһе, Moscow Fashion Week, Estet FashionWeek, Belarus Fashion Week ҡатнашыусыһы.

ЯҢЫ ТАПШЫРЫУҘАР

11.12.2018

Ижадсы. Эске азатлыҡ
Яҙыусы Флүр Ғәлимов.

04.12.2018

Күңел бөтөнлөгө
Студия ҡунаҡтары - ғалимә Луиза Кирәева, шағирә Миләүшә Ҡыҙрасова һәм педагог Әлфиә Йосопова.

04.12.2018

"Бейеү – ул мөғжизә, сихри донъя!"

Нефтекама филармонияһы бейеүсеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Юнир Ноғоманов хаҡында тапшырыу.
Ә. Муллағолова.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение