Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Өфө аэропорты кемдең исемен йөрөтөргә тейеш?

Өфө аэропортына хәрби летчик, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев, халыҡ шағиры, яҙыусы Мостай Кәрим йәки башҡорттарҙың милли батыры Салауат Юлаевтың исеме бирелеүе мөмкин. Был хаҡта ТАСС агентлығындағы матбуғат конференцияһында Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәгенең генераль директоры Валерий Федоров хәбәр итте. Журналистар менән осрашыу «Рәсәйҙең бөйөк исемдәре» конкурсының йомғаҡлау этабы башланыуға арналды.

Тәүге өс исем йыйылған тауыштар һаны буйынса түгел, ә алфавит буйынса аталды, тип билдәләне Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһы секретары Валерий Фадеев.

«Рәсәйҙең бөйөк исемдәре» Бөтә Рәсәй проектында тауыш биреү бөгөн, 12 ноябрҙә, башланды. Теләгән һәр кем илдең 47 аэропортының береһенә, шул иҫәптән Өфөләгеһенә исем һайлай ала.

Тауыш биреү өсөн ойоштороусылар тәҡдим иткән ысулдарҙың береһен файҙаланырға:

— великиеимена.рф сайтында,

— проекттың социаль селтәрҙәрендә,

— 8-800-707-93-17 һанына шылтыратырға,

— «Аэрофлот» компаниялар төркөмө самолеттары бортында һәм «Еңеү ирекмәндәре» стационар нөктәләрендә анкета тултырырға мөмкин.

Рәсәй аэропорттарына бирелергә тейешле исемдәр 2018 йылдың 5 декабрендә билдәле була.

ЯҢЫ ТАПШЫРЫУҘАР

12.02.2019

Ижад - бәхет синонимы
Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, журналист Миләүшә Иҙрисова.

22.01.2019

Донъяға күңел күҙе аша бағыу
Яҙыусы Әхмәр Үтәбай.

21.01.2019

Башҡортостандың халыҡ артисы, нәфис һүҙ оҫтаһы Әнисә Яхинаның күңел сәхифәләре

Алып барыусы: Фәнүзә Баһауетдинова

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение