"Ишет мине, әсәй"

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Өфө һәм Ҡазан театрҙары спектакль менән алмаша

Ҡазан дәүләт йәш тамашасы театры Өфөгә гастролдәр менән килә.

18-20 сентябрҙә ҡазандар М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә сығыш яһай. Татарстан ҡунаҡтары алты: өс балалар һәм өс киске спектакль күрһәтә, тип хәбәр итте театрҙың матбуғат секретары Дарья Ольхова.

Ҡазандың йәш тамашасы театры тәҡдим иткән репертуарҙа уҙған гастролдәр ваҡытында Өфө халҡы яратып өлгөргән спектаклдәр ҙә, яңылары ла бар.

18 сентябрҙә тамашасылар А. Ғәҙелдең «Нескәбил» музыкаль әкиәтен һәм Б.Шоуҙың «Пигмалион, йәки бер бәхәс тарихы» популяр романтик комедияһын ҡарай ала.

19 сентябрҙә Р. Стивенсондың «Хазиналар утрауы» мажаралы мюзиклы һәм үткән миҙгелдең премьераһы — Н.Гоголдең «Танау» фантастик детективы тамашасылар хөкөмөнә сығарыла.

20 сентябрҙә өфөләр Ю.Богановтың «Йәшәртеүсе алмалар» музыкаль әкиәте менән таныша һәм А. Пушкин буйынса «Атыу тауышы» рус мәҙәниәте тураһында әңгәмәлә ҡатнаша.

М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры үҙ сиратында Ҡазанға 28-30 сентябрҙә бара. Был ике театр араһындағы тәүге алмаш гастролдәр түгел. Быға тиклемгеләре 2016 йылдың сентябрендә уҙғайны.

Гастролдәр «Балалар һәм йәштәр өсөн ҙур гастролдәр» федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә ойошторола.

ЯҢЫ ТАПШЫРЫУҘАР

19.09.2018

Мәшһүр ҡурайсы-йыраусы, остаз

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әҙеһәм Исҡужиндың 90 йыллығы

18.09.2018

Тыуған яҡтар буйлап, уйҙар уйлап...
Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова-Иҙелбаева.

17.09.2018

Театр, бөгөнгө көндә уның роле, үҙ асылыңды эҙләү, тамашасы күңеленә үтеп инеү
Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе артисы Рафиҡ Хәсәнов.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение