"Ишет мине, әсәй"

һүҙ йомғағы

Һылыу һылыу күренмәҫ, һөйгән һылыу күренер.

Комментарийҙар

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Һөнәрҙәр йәрминкәһе - инвалидтар өсөн

30 ноябрҙә баш ҡалала инвалидтар һәм мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн махсус вакансиялар йәрминкәһе ойошторола.
Тәҡдим ителгән һөнәрҙәр иҫәбендә — архивариус, әйҙәүсе инженер, тәрбиәсе, табип, автомобиль водителе, китапханасы, дизайнер, инженер-программист, программист, кассир, консультант, урам һепереүсе, йөк тейәүсе, мастер, яғыулыҡ ҡойоу станцияһы операторы, өҫтәмә белем биреү уҡытыусыһы, слесарь, ремонтлаусы слесарь, слесарь-сантехник, техник, уҡытыусы, фармацевт һәм электр монтажлаусы. Йәрминкәгә килеүселәргә мәшғүллек өлкәһендәге дәүләт хеҙмәттәре күрһәтелә. Шулай уҡ хеҙмәт баҙарындағы хәл тураһында мәғлүмәт, компьютер диагностикаһы, психолог кәңәштәре, һөнәри йүнәлеш буйынса консультациялар биреү ҡаралған.Вакансиялар йәрминкәһе: Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 12-гә тиклем үтә.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение