"Ишет мине, әсәй"

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Ҡырымда Керчтағы фажиғә менән бәйле өс көнлөк матәм иғлан ителде

Ҡырымда Керчтағы фажиғә менән бәйле өс көнлөк матәм иғлан ителде. «Крыминформ» порталы мәғлүмәттәре буйынса, урындағы политехник колледжындағы шартлау һәм атыш һөҙөмтәһендә 19 кеше һәләк булған һәм яҡынса 50-һе яраланған, ул күбеһенсә уҡыусылар. 4-се курс студенты Владислав Росляков бергә уҡыған уҡыусыларға һәм уҡытыусыларға ҡарата ут асҡан, теракттан һуң үҙ-үҙен үлтергән. Үлтереү тураһында енәйәт эше асылған. Тикшереү бара. Әлегә билдәле булған мәғлүмәттәр буйынса, студенттың, ҡоралдар һәм оҡшаш ваҡиғалар менән ҡыҙыҡһыныуынан тыш, сәбәбе булмаған.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ҡырым Башлығы Сергей Аксёновҡа, Керчтағы политехник колледжында булған фажиғә менән бәйле ҡайғы уртаҡлашыуын белдереп, телеграмма ебәрҙе.
«Ҡот осҡос фажиғә тураһында хәбәр республика халҡының йөрәген һыҙлатты. Беҙ туғандаш Ҡырым халҡы менән бергә ҡайғы кисерәбеҙ. Һәләк булғандарҙың туғандарына һәм яҡындарына сабырлыҡ һәм рух ныҡлығы», – тиелә телеграммала.

ЯҢЫ ТАПШЫРЫУҘАР

13.11.2018

Заман. Бала саҡ. Иң шәп китап
Билдәле шағирәләр Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина менән Тәнзилә Дәүләтбирҙина.

07.11.2018

"Башҡортостан уҡытыусыһы"журналы эшмәкәрлеге

Әңгәмәлә баҫманың баш мөхәррире, Республика нәшриәт йорто генераль директорының милли матбуғат буйынса ярҙамсыһы Салауат Кәримов ҡатнаша

Алып барыусы: Фәнүзә Баһауетдинова

06.11.2018

Арҙаҡлы яҙыусының "Йөрәктәге яҙмалар"ы
С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, танылған шағир һәм ғалим Рәшит Шәкүр.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение