"Ишет мине, әсәй"

һүҙ йомғағы

Беләгеңә таянма, йөрәгеңә таян.

Комментарийҙар

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Ҡурай байрамы башланды

Бөгөн Октябрьскийҙа Ғата Сөләймәнов исемендәге Ҡурай байрамы башланды. Сара танылған музыкант һәм уҡытыусының тыуыуына 105 йыл тулыуға арнала. Байрамдың маҡсаты — һәләтле ҡурайсыларҙы асыҡлау, йәштәрҙе башҡорт инструменталь фольклорына йәлеп итеү, ҡурайҙа уйнау сәнғәтен пропагандалау һәм ҡурайҙың яңы мөмкинлектәрен асыу. Программала үҙешмәкәр һәм профессиональ ҡурайсылар араһында конкурс, башҡарыусылар һәм ҡурайсылар ансамблдәре өсөн семинар, ижади лаборатория, конкурс еңеүселәренең һәм байрам ҡунаҡтарының гала-концерты ҡаралған.
"Ҡурай байрамы"нан хеҙмәттәшебеҙ Урал Ниғмәтуллин әҙерләгән репортаж яҡын көндәрҙә "Ашҡаҙар" тулҡындарында эфирға сығыр. Тапшырыуҙар теҙмәһен күҙәтеп барығыҙ.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.