"Ишет мине, әсәй"

һүҙ йомғағы

Алтын – көмөш яуған ерҙән тыуған-үҫкән ил артыҡ.

Комментарийҙар

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

Ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов «Баш ҡалалағы иң яҡшы атай-2017» конкурсында Гран-приға лайыҡ булды

Ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов «Баш ҡалалағы иң яҡшы атай-2017» конкурсында Гран-приға лайыҡ булды. Ул иң яҡшы ғаилә традицияларын һаҡлаусы тип танылды. Миңлеғәфүр Зәйнетдинов Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, республиканың мәғариф отличнигы. Гөлгөнә һәм Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтар өс бала тәрбиәләй. Уларҙың барыһы ла йырлай, бейей, музыка ҡоралдарында уйнай, төрлө фестиваль һәм конкурс лауреаттары. Ләйсән Башҡорт дәүләт университеты ҡарамағындағы иҡтисад, финанс һәм бизнес институтының дүртенсе курсында уҡый, институттың мәҙәни секторын етәкләй, студент сараларына сценарийҙар яҙа. Азамат — Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатының 11 класс уҡыусыһы, бейей, йырлай, ҡумыҙҙа, ҡурайҙа, гитарала һәм башҡа уйын ҡоралдарында уйнай, каратэ менән мауыға. Кесе ҡыҙҙары Илүзә Өфөнөң Киров районындағы 51-се балалар баҡсаһына йөрөй, музыкаль конкурстарҙа ҡатнаша һәм ҡумыҙ сиртә.
Зәйнетдиновтар ғаиләһенең ижади конкурстағы сығышы бер кемде лә битараф ҡалдырманы, улар башҡорттарҙың боронғо уйын ҡоралы — ҡумыҙ моңон ишеттерҙе. Шулай уҡ халыҡ инструменттары, виртуоз ҡумыҙсы һәм уның ғаиләһенең наградалары менән таныштырыу булды.Бәйгенең беренсе этабына 44 ҡатнашыусы ғариза бирҙе, уларҙың 12-һе финал этабына үтте. Финал этабында конкурсанттар ижади сығыш — визитка, ғаилә видеоһы һәм ғаилә ҡаҙаныштары күргәҙмәһен әҙерләне.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение