Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

«Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакленән һуң хоккейсы Григорий Панин Башҡорт драма театрын «Салауат Юлаев» уйынына саҡырҙы

Күренекле Рәсәй хоккейсыһы, «Салауат Юлаев»тың ярымһаҡсыһы Григорий Панин уҙған көндәрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында булды. Башҡортостан мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтәнен хәбәр итеүҙәренсә, «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектаклен ҡарап, хоккейсы ныҡ тәьҫирләнгән.
«Башҡорт драма театрының яңы постановкаһы миңә бик ныҡ оҡшаны. Үҙемде геройҙар менән бергә ҡурҡыныс һуғыш башланған, биш йыллыҡтар, кулактарҙы хөкөм иткән дәүергә күсеп киткән кеүек хис иттем», — тине Григорий Панин.Спектаклдән һуң хоккейсы сәхнә артына күтәрелде һәм Башҡорт драма театры төркөмөн «Салауат Юлаев»тың яҡындағы уйынына саҡырҙы.
Гүзәл Яхинаның донъя шаулатҡан «Зөләйха күҙҙәрен аса» романы буйынса спектаклдең премьераһы 24 ноябрҙә үтте. Спектаклдә ХХ быуаттың 30-сы йылдарында йөҙләгән килмешәк менән бергә Себергә юлланған крәҫтиән ҡыҙы Зөләйханың яҙмышы асыла. Ярослав Пулинович сәхнәгә ҡуйған, Хөрмәтулла Үтәшев башҡорт теленә тәржемә иткән. Рәссам – Альберт Нестеров, композитор – Илшат Яхин, пластика – Ринат Абушахманов, ут буйынса рәссам – Илшат Саяхов.
Спектаклде йәнә 19 декабрҙә ҡарарға мөмкин.

ЯҢЫ ТАПШЫРЫУҘАР

13.08.2018

Фәрзәнә Аҡбулатова "Туғайҙарҙа турғай"
Миңзәлә Хәйруллина уҡый, 1988 йылғы яҙма.

12.08.2018

"Рәхмәт, игенселәр"
Башҡортостан шағирҙарының шиғырҙары, 1983 йылғы яҙма.

11.08.2018

"Башҡортостан - йөрәк тибешем", радиокомпозиция
Әхтәм Абушахманов уҡый, 1995 йылғы яҙма.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение