"Ишет мине, әсәй"

һүҙ йомғағы

Күңел берлеге булған ерҙә кейем төрлөлөгө күренмәй.

Комментарийҙар

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

«Зөләйха күҙҙәрен аса» донъяның 20 телендә

Башҡортостандың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Гүзәл Яхинаның донъяның бер нисә телендә нәшер ителгән «Зөләйха күҙҙәрен аса» китабы тышлыҡтарының күргәҙмәһе асылды.
Милли китапхананың төп корпусында икенсе ҡаттағы галереяны бөгөн рус, татар, ҡытай, фин, литва, чех, украин, хорват, француз, венгер, швед, иран, итальян, поляк, эстон, болгар, немец, голланд, серб, румын телдәрендә донъя күргән романдың иллюстрациялы тышлыҡтары коллекцияһы биҙәәй. Гүзәл Яхина һөйләүенсә, йыл башында Хорватияла һәм Швецияла йәшәүселәр романдың туған телдәрендә сығыуын көтә. Китаптарҙың тышлыҡтары әҙер инде һәм Милли китапханаға тапшырылған. Шулай уҡ быйыл төрөк, македон, словак, үзбәк, иврит, инглиз, испан һәм япон телдәрендә нәшер ителеүе көтөлә.
Күргәҙмәне уҙғарыу урыны: Ленин урамы, 4, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана, галерея, 2-се ҡат.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение