"Ишет мине, әсәй"

һүҙ йомғағы

Алтын – көмөш яуған ерҙән тыуған-үҫкән ил артыҡ.

Комментарийҙар

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

«Юлдаш-хит» йылға музыкаль йомғаҡ яһай

Башҡортостандың баш ҡалаһында «Юлдаш-хит» гала-концертында 2017 йылдың иң яҡшы йырҙарын атайҙар. Йылға музыкаль йомғаҡ яһаусы ғәҙәттәге сараны «Юлдаш» радиоһы бөгөн 15 ноябрҙә уҙғара.
Тамашасыларҙы сағыу программа, хәрәкәтсән һәм ябай алып барыусылар, «Юлдаш» радиоһында ай һайын уҙғарылған хит-парадтар еңеүселәренең матур сығыштары, ҡунаҡтарҙы музыкаль шоу, уйындар һәм бүләктәр көтә. «Башҡортостан» дәүләт концерт залы сәхнәһендә тамашасылар тауыш биргән 30 башҡорт эстрадаһы йондоҙо сығыш яһаясаҡ.

«Юлдаш-хит-2017» гала-концертында ҡатнашыусылар араһында — Фидан Ғафаров, Рәсүл Ҡарабулатов, Фәҙис Ғәниев, Лилиә Букеева, Фәрүәз Урманшин, Баязит Байназаров, Венер Камалов, Хәсән Усманов, «Бүреләр», «Улар», «Бирешмә» төркөмдәре һәм башҡа артистар.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение