"Ишет мине, әсәй"

һүҙ йомғағы

Булыр илдең балаһы береһен береһе батыр, ти,
Бөлөр илдең балаһы береһен береһе бахыр, ти.

Комментарийҙар

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

«Урал-батыр» эпосын грек һәм итальян телдәрендә һөйләйҙәр

24 ноябрҙә Өфөлә, Башҡортостан социаль технологиялар инситутында, Башҡортостан Республикаһы, Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәрендә һәм сит телдәрҙә «Урал-батыр» эпосын яттан һөйләүселәрҙең VIII Халыҡ-ара конкурсы уҙғарыла.

Конкурста 5-11 класс уҡыусылары һәм студенттар ҡатнаша. Бәйгегә Башҡортостандың ҡала һәм райондарынан, Рәсәй төбәктәренән һәм төрлө илдәрҙән 500-ҙән ашыу ғариза килгән. Сит илдәрҙән һәм Рәсәй төбәктәренән ҡатнашыусылар онлайн режимында сығыш яһай.

24 ноябрҙә Өфөлә, Башҡортостан социаль технологиялар инситутында, Башҡортостан Республикаһы, Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәрендә һәм сит телдәрҙә «Урал-батыр» эпосын яттан һөйләүселәрҙең VIII Халыҡ-ара конкурсы уҙғарыла.
Конкурста 5-11 класс уҡыусылары һәм студенттар ҡатнаша. Бәйгегә Башҡортостандың ҡала һәм райондарынан, Рәсәй төбәктәренән һәм төрлө илдәрҙән 500-ҙән ашыу ғариза килгән. Сит илдәрҙән һәм Рәсәй төбәктәренән ҡатнашыусылар онлайн режимында сығыш яһай.Йәш сәсәндәр «Урал-батыр» эпосынан өҙөктө Рәсәй халыҡтары телдәрендә һәм сит телдәрҙә яттан һөйләргә тейеш. «Урал-батыр»ҙы башҡорт, рус, татар, сыуаш, мари, инглиз, немец, француз, испан, төрөк, иврит һәм тәүге тапҡыр грек, итальян, ғәрәп, пуштун, тамил, поляк телдәрендә һөйләйҙәр.Номинациялар иҫәбендә — эпосты ятлау ғына түгел, ә «Урал-батыр» һәм донъялағы башҡа халыҡтарҙың эпостары геройҙары йөрөгән урындар буйлап презентация, «Урал-батыр» эпосы эмблемаһының һүрәтен тәҡдим итеү.
Бәйгенең төп маҡсаты — «Урал-батыр» эпосын өйрәнеү һәм популярлаштырыу; башҡорт халҡының һәм республикалағы башҡа халыҡтарҙың тарихи һәм мәҙәни мираҫына һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү; йәштәрҙә илһөйәрлек һәм гражданлыҡ сифаттары, әхлаҡи-этик ҡиммәттәр һәм әүҙем тормош позицияһы тәрбиәләү, уларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение