"Ишет мине, әсәй"

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

«Учалы гәзите» - «Рәсәйҙең 10 иң яҡшы гәзите» исемлегендә

Сочиҙа XXII «Бөтә Рәсәй» заманса журналистика форумында илдең иң яҡшы баҫмаларын бүләкләнеләр.

Быйыл сентябрҙә «Рәсәйҙең 10 иң яҡшы гәзите» конкурс йомғаҡтары буйынса, «Учалы гәзите» «Биләмәләр мәсьәләләрен хәл итеүгә өлөш индергәне өсөн» дипломға лайыҡ булды. Награданы тантаналы рәүештә Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәковҡа тапшырҙылар.

«Беҙҙең баҫмалар йыл һайын тәүге унауға инә. Республика киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ғәҙәттә «Рәсәйҙең иң яҡшы гәзиттәре тәжрибәләре» түңәрәк өҫтәлендә сығыш яһай, асыштары менә уртаҡлаша. Быйыл иң яҡшы төбәк баҫмалары иҫәбенә «Учалы гәзите»нең инеүе ҡыуандыра», — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Артур Хәсән улы.

«Учалы гәзите» үҙ тарихын 1932 йылдың декабренән алып бара. Төрлө йылдарҙа гәзит төрлөсә аталды («Серп и молот», «Ленинец», «Ударсы»), әммә темаһы үҙгәрешһеҙ ҡалды – учалылар тураһында һәм улар өсөн яҙыу. Әлеге ваҡытта баҫманы Фәнисә Таһирова етәкләй.

«Рәсәйҙең 10 иң яҡшы гәзите» конкурсын Рәсәй Журналистар союзы, Бойондороҡһоҙ төбәк нәшриәтселәре альянсы, «ГИПП» нәшриәтселәр союзы һәм Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһы булышлығында «Журналистика һәм медиабаҙар» журналы уҙғара.

ЯҢЫ ТАПШЫРЫУҘАР

11.12.2018

Ижадсы. Эске азатлыҡ
Яҙыусы Флүр Ғәлимов.

04.12.2018

Күңел бөтөнлөгө
Студия ҡунаҡтары - ғалимә Луиза Кирәева, шағирә Миләүшә Ҡыҙрасова һәм педагог Әлфиә Йосопова.

04.12.2018

"Бейеү – ул мөғжизә, сихри донъя!"

Нефтекама филармонияһы бейеүсеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Юнир Ноғоманов хаҡында тапшырыу.
Ә. Муллағолова.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение