Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

«Рәсәй Башҡортостан радиоһы» ның 90 йыллығы уңайынан байрам саралары үтте

Өфөләге Телеүҙәктә «Рәсәй Башҡортостан радиоһы»ның 90 йыллығы уңайынан байрам саралары уҙҙы. 1927 йылдың 7 ноябрендә Башҡортостанда даими радиотапшырыуҙар эфирға сыға башлай.
Бөгөн республиканың төп радиоһы оператив, демократик киң мәғлүмәт сараһы булараҡ йәмәғәт тормошонда лайыҡлы урын биләй. «Рәсәй Башҡортостан радиоһы» редакцияһында 27 хеҙмәткәр эшләй. Алып барыусылар, хәбәрселәр, мөхәррирҙәр һәм тауыш режиссерҙары тыңлаусыларҙы төбәктәге һуңғы яңылыҡтар менән таныштыра, 30-ға яҡын радиопроект эфирға сыға. Юбилей уңайынан тантаналы шарттарҙа мемориаль таҡтаташ астылды. Һуңынан «Рәсәй» медиаүҙәгендә «Автомобиль бүләк итәбеҙ» байрам викторинаһына йомғаҡ яһалды. Төп бүләкте — «Дэу» автомобилен —Дәүләкәндән 62 йәшлек Татьяна Малахова отто. Тағы бер ҡиммәтле приз — телевизор — Стәрлетамаҡтан 25 йәшлек Гүзәлиә Вәлитоваға тапшырылды.

ЯҢЫ ТАПШЫРЫУҘАР

16.07.2018

Нажибәк Хафизов "Запастағы Зариф"
М.Ғафури исемендәге БДАДТ артистары уҡый, 1958 йылғы яҙма.

15.07.2018

Ирек Кинйәбулатов шиғырҙары
Автор уҡый, 1994 йылғы яҙма.

14.07.2018

"Сихри йәй биҙәктәре", радиокомпозиция
Башҡортостандың халыҡ артисы Хәмит Яруллин уҡый, 1990 йылғы яҙма.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение