"Ишет мине, әсәй"

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

«Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле Парижда ЮНЕСКО-ның штаб-фатирында сығыш яһай

«Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле «Донъя бейеүҙәре һәм музыкаһы» халыҡ-ара фестивале барышында Парижда ЮНЕСКО-ның штаб-фатирында сығыш яһай. «Донъя бейеүҙәре һәм музыкаһы» фестивале Халыҡ-ара фольклор фестивалдәрен ойоштороу һәм традицион сәнғәт советының (CIOFF) әһәмиәтле проекты булып тора. Сара 29 июндә Парижда уҙа. Фестиваль ҡунаҡтары һәм тамашасылары — ЮНЕСКО ағзалары булған илдәрҙең делегациялары, төрлө дәүләттәрҙең илселектәре хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ Парижда йәшәүселәр. Ансамблдең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүtенсә «Мираҫ» һәм башҡа ҡатнашыусылар 30 июндән 15 июлгә тиклем Франция буйлап фестиваль турына юллана. Фестивалдә ҡатнашыусылар араһында Нигерия, Чили, Аргентина, Никарагуа, Франция, Эстония, Сәғүд Ғәрәбстаны илдәренән бөтәһе һигеҙ көслө коллектив бар. CIOFF Президенты Филипп Боссан Рәсәйҙән «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамблен генә саҡырған. «Мираҫ» ансамбле — донъяла киң билдәле ансамблдәрҙең береһе, шулай уҡ Рәсәйҙә юғары башҡарыу оҫталығына эйә булған иң яҡшы коллективтарҙың береһе. 2018 йыл Башҡортостан Республикаһы менән CIOFF араһында емешле хеҙмәттәшлек йылы булып тора, сентябрҙә иһә Өфөлә Бөтә донъя CIOFF конгресы уҙа», — тине Филипп Боссан. Коллективтың бай репертуары бер нисә тулы һәм төрлө планлы программалар төҙөргә мөмкинлек бирә. Коллективта бейеү, хор, йыр төркөмө, халыҡ уйын ҡоралдары оркестры, солист-интструменталистар, атап әйткәндә, ҡурайсылар бар. Ансамблдең ижади составы CIOFF сараларының төп шартын — музыканы фонограммаһыҙ, йәғни «тере» тауышҡа башҡарырға мөмкинлек бирә.

ЯҢЫ ТАПШЫРЫУҘАР

18.09.2018

Тыуған яҡтар буйлап, уйҙар уйлап...
Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова-Иҙелбаева.

17.09.2018

Театр, бөгөнгө көндә уның роле, үҙ асылыңды эҙләү, тамашасы күңеленә үтеп инеү
Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе артисы Рафиҡ Хәсәнов.

11.09.2018

Ата-бабам ҡалдырған рухи мираҫ
Йәмәғәт эшмәкәре, юридик фәндәр кандидаты Рәмилә Йомағужина

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение