Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

«Евразия йөрәге»н Вероника Джиоева менән Симфоник төн аса

8-12 июндә Башҡортостандың баш ҡалаһында «Евразия йөрәге-2018» халыҡ-ара сәнғәт фестивале үтә. Фестивалде open air форматында Симфоник төн аса. Башҡортостан Республикаһы Милли симфоник оркестры был кистең төп геройы була. Программала П.И. Чайковскийҙың «Щелкунчик» балетынан сюита, Рәсәй һәм сит ил композиторҙарының операларынан ариялар яңғырай. Быйыл Өфө амфитеатры Рәсәй опера театрҙарының алдынғы солистарын йыя. Башҡортостандың баш ҡалаһына Ҙур театр солисы, Төньяҡ Осетия-Алания Республикаһының халыҡ артисы, халыҡ-ара конкурстары лауреаты, «Алтын битлек» һәм «Алтын софита», шулай уҡ сәнғәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн Чехияның «EURO Pragensis Ars» милли премияһын яулаусы Вероника Джиоева килә. Концертта симфоник оркестр менән бергә Т.Сәйфуллин исемендәге дәүләт академия хор капеллаһы, художество етәксеһе һәм баш дирижеры – Ш.Бабич исемендәге Милли йәштәр премияһы лауреаты Алһыу Хәсбиуллина ҡатнаша. Пуль артында – оркестрҙың художество етәксеһе һәм баш дирижеры, республиканың атҡаҙанған артисы Раушан Яҡупов.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение