Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

«Библиотөн-2018» акцияһының Өфөләге программаһы билдәләнде

21 апрелдә бөтә илдә «Библиотөн» Бөтә Рәсәй социаль-мәҙәни акцияһы уҙғарыла. Форумға Башҡортостан да ҡушыла.Программала — әҙәби уҡыуҙар һәм оҫталыҡ дәрестәре, спектаклдәр, лекциялар, китап йәрминкәләре һәм яҙыусылар менән осрашыуҙар. Быйылғы «Библиотөн»дөң темаһы — «Китап тылсымы», тип хәбәр итә Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала дүрт майҙансыҡ эшләй. Улар – төп корпус (Ленин урамы, 4), икенсе корпус (Октябрь революцияһы урамы, 10), Үҫмерҙәр (Октябрь проспекты, 62/2) һәм балалар уҡыу үҙәктәре (Менделеев урамы, 203).Башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге яҙыусы Яныбай Хамматов ғаиләһенең ҡомартҡылары тураһында «Ғаилә менән бер сәғәт ял» тигән әңгәмә һәм бейеүсе Урал Мортазиндың бәхетле ғаиләһе өсөн «Ғаилә формулаһы йәки бәхеттең 100 рецебы» байрамын үткәрә. Ваҡытлы матбуғат бүлегендә «Легендаға тиң ғүмер» түңәрәк өҫтәле – Альбина һәм Фәнис Исхаҡовтар менән осрашыу ойошторола. 3D форматында социаль видеороликтар, фильмдар һәм йәнһүрәттәр күрһәтеү, электрон ресурстар бүлеге әҙерләгән «Ирекмән бул, үҙ юлыңды һайла!» ирекмәндәр проекты менән таныштырыу ҡаралған. Уҡыу залы Өфө технологиялар һәм дизайн колледжы менән берлектә «Глория» мода театрының сығышын, шулай уҡ кейем моделләү, парикмахерҙарҙың оҫталыҡ дәрестәрен әҙерләй. Китапхананың икенсе корпусы (сауҙагәр Чижовтың йорто) был кистә Франция ҡунағы К.Решар менән француз телендә әҙәби викториналар, русса субтитрҙар менән немец телендә фильм ҡарау һәм фекер алышыу була. Испан яҙыусыларының ижады буйынса шул телдә лекциялар тыңларға мөмкин. Ҡунаҡтар өсөн танылған Өфө яҙыусыһы һәм бард Сергей Круль йырлай, балалар коллективы «Кармэн» бейеүе менән сығыш яһай, «Солнечный круг» балалар вокал студияһының концерты була. Балалар уҡыу үҙәге килгән ҡунаҡтарға «Рәхәтләнеп ял итәбеҙ!» театрлаштырылған тамашаһын, «Барыһы ла ғаиләнән башлана» ғаилә конкурсын, «Тылсым донъяһы» интерактив уйынын, «Ғаилә портреты» рәсемдәр конкурсын тәҡдим итә. 2018 йылда уҡыу фестивале Рәсәйҙә етенсе тапҡыр уҙа. Акцияның 20-21 апрелгә тулы программаһы менән Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының сайтында танышырға мөмкин.

ЯҢЫ ТАПШЫРЫУҘАР

23.07.2018

Әсхәт Мортазин "Наилә"
Илсөйәр Ғәзетдинова менән Хәмит Яруллин уҡый, 1988 йылғы яҙма.

22.07.2018

Римма Ғәлимова шиғырҙары
Автор уҡый, 2013 йылғы яҙма.

21.07.2018

Шиғриәт тулҡындарында
А.Ғәрифуллина, З.Хөсәйенова уҡый, 1996 йылғы яҙма.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение