Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

«Беренсе Республика» фильмы

Өфөлә режиссер Булат Йосоповтың «Беренсе Республика» фильмының символик тәрилкәһен ваттылар. Был иһә фильмды төшөрөүгә старт бирелде тигән һүҙ. Кинематография йолаһына ярашлы, тәүге көндә фильмдың исеме яҙылған тәрилкәне ваталар һәм процеста ҡатнашыусылар ярсыҡтарҙы иҫтәлеккә үҙҙәренә ала.

Кисә ижади төркөм Башҡорт опера һәм балет театрында ҡасандыр Рудольф Нуриевты илһамландырған Лев Степанов һәм Заһир Исмәғилевтың «Сыңрау торна» спектаклен төшөрҙө. Унда балет труппаһы ла, профессиональ актерҙар — ролдәрҙе башҡарыусылар ҙа ҡатнашты.

Башҡорт опера һәм балет театры директоры Ильмар Әлмөхәмәтов, тамашасыларҙы сәләмләп, ижади төркөм менән таныштырҙы, ошондай фильмдарҙың әһәмиәте һәм республиканың 100 йыллығы хаҡында һөйләне.

«Беҙҙә сюжет буйынса — 1944 йыл, БАССР-ҙың 25 йыллығын байрам итеү. «Сыңрау торна» балеты йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы, — тип хәбәр итте Булат Йосопов «Башинформ» агентлығына. — Иң мөһиме, һәр кадрҙы аңлы рәүештә төшөрөү өсөн көс, эмоциялар һәм ваҡыт етһен».

«Уйлап ҡараһаң, ниндәйҙер традиция йәки законлылыҡ барлыҡҡа килә. Тап ике йыл элек «Бабич» фильмының тәүге кадрҙары төшөрөлгәйне, бөгөн — «Беренсе Республика»ның тәүге кадрҙары, — тип хәбәр итте фильмдың продюсеры Леонид Филинов. — Операторҙар һүҙҙәренсә, балет иҫ киткес матур булған, улар һоҡланырға ла, төшөрөп өлгөрөргә лә тырышҡан. Опера һәм балет театрының барлыҡ хеҙмәткәрҙәренә ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Ижади төркөмдө бик йылы ҡабул иттегеҙ. Тыуған илебеҙ мәҙәниәтенә индергән өлөшөгөҙ баһалап бөткөһөҙ!».

Шуны билдәләп үтергә кәрәк: бынан алда фильмға халыҡтан аҡса йыйыу ойошторолдо, махсус бит асылды.

ЯҢЫ ТАПШЫРЫУҘАР

16.07.2018

Нажибәк Хафизов "Запастағы Зариф"
М.Ғафури исемендәге БДАДТ артистары уҡый, 1958 йылғы яҙма.

15.07.2018

Ирек Кинйәбулатов шиғырҙары
Автор уҡый, 1994 йылғы яҙма.

14.07.2018

"Сихри йәй биҙәктәре", радиокомпозиция
Башҡортостандың халыҡ артисы Хәмит Яруллин уҡый, 1990 йылғы яҙма.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение