"Ишет мине, әсәй"

һүҙ йомғағы

Күңел берлеге булған ерҙә кейем төрлөлөгө күренмәй.

Комментарийҙар

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

«Башҡортостандың иң сибәр студенты-2018» исеменә Диана Йоносова лайыҡ булды

«Башҡортостандың иң сибәр студенты-2018» исеменә Диана Йоносова лайыҡ булды. Ул Өфө дәүләт нефть техник университетындағы иҡтисад һәм сервис институтының беренсе курсында белем ала.
Бәйгенең финалы М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында уҙҙы. Ҡыҙҙар дефиле күрһәтте, бейеү һәм интеллектуаль конкурстарҙа көс һынашты. Конкурста бөтә республиканан 12 студент ҡыҙ ҡатнашты. Бер ай буйына улар билдәле хореографтарҙан, актер оҫталығы, йыр уҡытыусыларынан дәрестәр алды. Ойоштороусы Луиза Закирйәнова хәбәр итеүенсә, еңеүсе донъя студенттары араһындағы матурлыҡ конкурсында World Miss University-2018 Башҡортостан исеменән сығыш яһай. Быйыл конкурс Малайзияла уҙа. Беренсе вице-мисс — Динә Бикмәтова (БДУ); икенсе вице-мисс — Гүзәлиә Игелекова (БДМУ); өсөнсө вице-мисс — Гөлфиә Ҡудашева (М. Аҡмулла исемендәге БДПУ).

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение