"Ишет мине, әсәй"

һүҙ йомғағы

Һылыу һылыу күренмәҫ, һөйгән һылыу күренер.

Комментарийҙар

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

«Башҡортостан Республикаһының 100 йылллығына — 100 объект»

Өфөнөң Дим районында «Башҡортостан Республикаһының 100 йылллығына — 100 объект» проекты сиктәрендә 1000 урынлыҡ мәктәп төҙөлә. Яңы белем биреү учреждениеһы «Сағыу» биҫтәһендә асыла, эштәрҙе 2018 йылда башларға ниәтләйҙәр. Дим районы хакимиәтендә һөйләүҙәренсә, әле был урында төҙөлөш майҙанын әҙерләйҙәр: тупраҡтың уңдырышлы ҡатламы алынған, подъезд юлдары төҙөлә. Мәктәптең майҙаны 22 мең квадрат метрҙан ашыу: бында уҡыу бүлмәләре, башланғыс мәктәп, спорт һәм тамашалар залы ҡаралған. Проект интерактив белем биреү комплексын индереүҙе, заманса ҡорамалдар ҡуйыуҙы, электрон китапханалар менән файҙаланыуҙы күҙ уңында тота. Бынан алда «Башинформ» Дим районында көтөлгән башҡа үҙгәрештәр хаҡында ла хәбәр иткәйне. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов граждандарҙы ҡабул итеү һөҙөмтәләре буйынса район башлығы Сергей Плотниковҡа Баланов — Яңы Александровка ҡасабаһының социаль инфраструктура объекттарына ихтыяжын анализларға һәм уларҙы проектлауға тотонорға ҡушты.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение