Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

«Башҡортостан гүзәле-2017» гүзәллек бәйгеһе

Өфөлә «Башҡортостан гүзәле» матурлыҡ конкурсында һәр ҡыҙ сәхнәгә ир туғаны — атаһы, ағаһы (ҡустыһы) йәки тормош иптәше менән сыға. Тажға дәғүә иткән 14 һылыуҡай араһында кейәүҙәге ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар. Уларҙың йәше — 16-нан 26 йәшкә тиклем.
«Башҡортостан гүзәле» бөтә халыҡ матурлыҡ һәм йолалар бәйгеһенең финалы 19 декабрҙә Конгресс-холда уҙа. Ҡатнашыусыларҙың социаль хәле, параметрҙары әһәмиәткә эйә түгел. Был моделдәр конкурсы түгел, ҡыҙҙарҙың сибәрлеге уның оҙонлоғо менән баһаланмай. Төп критерийҙар иҫәбендә — сәхнә һөйкөмлөлөгө һәм аҡыл, башҡорт йәки татар телен белеү. Ҡыҙҙарҙың интеллектын асыуға йүнәлтелгән этаптарҙың береһе «ваҡыт видеокапсулаһы» тип атала. Һәр ҡатнашыусы киләсәк быуындарҙың ҡыҙҙарына мөрәжәғәт яҙған. Сибәркәйҙәр үҙҙәренең һомғоллоғон күрһәтеү өсөн хореограф, «Һылыуҡай» бәйгеһендә ҡатнашҡан Әлиә Әбдрәшитова етәкселегендә «Томбойоҡ» тигән башҡорт бейеүен һәм пластика элементтары менән актер этюдтары әҙерләй. Ҡыҙҙар үҙҙәрен сәхнәлә матур итеп тоторға өйрәнә, тәжрибә туплай, таныша, яңы дуҫтар таба. Конкурстан һуң тормошта ла хеҙмәттәшлек итә алған әҙер команда сығарыла.
Приз фонды ярты миллион һум, еңеүсе төп приз — аҡ шәшке тун һәм гәүһәр муйынсаҡ, шулай уҡ 2018 йылда «Рәсәй королеваһы International» конкурсының финалында ҡатнашыу өсөн сертификат менән бүләкләнә. Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла бүләктәр — «килен бирнәһе», матурлыҡ салондарына сертификаттар, милли биҙәүестәр, косметика, сувенирҙар тапшырыу ҡаралған. Интернетта ла ҡатнашыусылар өсөн тауыш биреү бара, еңеүсегә тамашасылар һөйөүе призы тапшырыла.

ЯҢЫ ТАПШЫРЫУҘАР

13.11.2018

Заман. Бала саҡ. Иң шәп китап
Билдәле шағирәләр Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина менән Тәнзилә Дәүләтбирҙина.

07.11.2018

"Башҡортостан уҡытыусыһы"журналы эшмәкәрлеге

Әңгәмәлә баҫманың баш мөхәррире, Республика нәшриәт йорто генераль директорының милли матбуғат буйынса ярҙамсыһы Салауат Кәримов ҡатнаша

Алып барыусы: Фәнүзә Баһауетдинова

06.11.2018

Арҙаҡлы яҙыусының "Йөрәктәге яҙмалар"ы
С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, танылған шағир һәм ғалим Рәшит Шәкүр.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение