Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

«Бал ҡорто туйы» байрамында Башҡортостан командаһы беренсе урынды алды

Башҡортостан командаһы «Бал ҡорто туйы» бал байрамында ойошторолған умартасылар эстафетаһында еңеп сыҡты. Сара ошо ял көндәрендә Башҡортостандың Бәләбәй районы Мәтәүбаш ауылы эргәһендә уҙҙы. Эстафетала икенсе урын — Татарстанда, өсөнсө — Ырымбур өлкәһе умартасыларында. Ҡатнашыусыларға тиҙлеккә рам эшләп, уға сым һуҙырға һәм балауыҙ табағын беркетергә кәрәк ине.
Шулай уҡ «Бал ҡорто туйы»нда иң яҡшы бал конкурсы үтте. Иң яҡшы үтә асыҡ һары төҫлө балды — Татарстандан Даниил Яруллин, ә иң яҡшы ҡыҙғылтыраҡ ҡуйы көрән балды Башҡортостандың Шишмә районынан умартасы Ирина Вишнякова етештерә.
Быйыл байрамда Татарстан һәм Ырымбур өлкәһе умартасылары, шулай уҡ Архангел, Дүртөйлө, Шишмә, Бүздәк, Дәүләкән, Туймазы һәм Бәләбәй райондары вәкилдәре ҡатнашты. Башҡортостан умартасылары «Бал ҡорто туйы» байрамын беренсе тапҡыр 2013 йылда ойошторғайны. 2014 йылдан алып ойоштороу эштәренә Бәләбәй районы хакимиәте ҡушылды. «Бал ҡорто туйы» — Рәсәйҙә умартасылыҡҡа һәм умартасылыҡ продукцияһына арналған иң йәш умартасылар байрамы. Бал фестивале миҙгел ябылғандан һуң уҙғарыла.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение