Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

«Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы

Шәмбе, 19 майҙа, Өфөнөң Конгресс-холында тәүгә «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы тапшырыла. Ошо награда менән республикаға дан килтергән балаларҙы тәрбиәләгән ата-әсәләрҙе, шулай уҡ күп балалы ата-әсәләрҙе (уллыҡҡа йәки ҡыҙлыҡҡа алыусыларҙы, опекундарҙы, ҡарауға алыусыларҙы) бүләкләйҙәр. Тантана Башҡортостанда барған «Ғаилә аҙнаһы» сиктәрендә үтә, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 15 майҙа Халыҡ-ара ғаилә көнө булды. Шуның менән бәйле төбәк ведомствоһы тематик аҙна башлап ебәрҙе. Һәр көн төрлө девиз аҫтында үтә. Дүшмәбе, 14 май «Ғаилә изгелек бумерангы» хәйриә акцияһынан башланды. Уның маҡсаты – балалар тауарҙары: коляска, автомобиль креслоһы, велосипед, балалар ултырғыстары һәм башҡа әйберҙәр йыйыу һәм уларҙы мохтаж ғаиләләргә тапшырыу. Уларҙы республика ҡала-райондарында асылған «Ғаилә» үҙәктәренә килтерергә мөмкин. Бүлексәләрҙең адрестарын һәм эш ваҡытын 8 800 347 5000 телефонына исем-шәрифеңде белдермәй, бушлай шылтыратып белергә була.

Шишәмбе, 15 май тағы бер «Бәхетле сәғәт» тигән үҙенсәлекле акция менән исемләнде, уның сиктәрендә эш биреүселәр ғаиләле хеҙмәткәрҙәренә эш ваҡытын бер сәғәткә ҡыҫҡарта алды.

Ленара Иванова билдәләүенсә, был һорауҙа бөтә юридик формаллек үтәлгән.

ЯҢЫ ТАПШЫРЫУҘАР

16.07.2018

Нажибәк Хафизов "Запастағы Зариф"
М.Ғафури исемендәге БДАДТ артистары уҡый, 1958 йылғы яҙма.

15.07.2018

Ирек Кинйәбулатов шиғырҙары
Автор уҡый, 1994 йылғы яҙма.

14.07.2018

"Сихри йәй биҙәктәре", радиокомпозиция
Башҡортостандың халыҡ артисы Хәмит Яруллин уҡый, 1990 йылғы яҙма.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение