Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

«Алиса в стране чудес» исемле китап Ирландияла башҡорт телендә донъя күрҙе

Льюис Кэрроллдың «Алиса в стране чудес» тигән китабы башҡорт телендә «Әлисәнең Сәйерстандағы мажаралары» исеме аҫтында донъя күрҙе. Уны билдәле башҡорт яҙыусыһы Гүзәл Ситдиҡова тәржемә иткән.

Стилле итеп биҙәлгән китап (рәссамы Джон Тенниел) Американың Керролл Йәмғиәте менән берлектә бойомға ашырылған ҙур нәшриәт проектының бер өлөшө булып тора. Уны Ирландияла «Evertype» нәшриәте донъя халыҡтары телдәрендә баҫтырып сығарған.

«Миңә профессор, мөхәррир-консультант Виктор Яковлевич Фет был проектта ҡатнашырға тәҡдим итте. Ул ошо данлыҡлы әкиәтте бығаса тәржемә ителмәгән телдәрҙә нәшер итеү маҡсатында тәжрибәле лингвистар эҙләүен яҙғайны. Был ирекмәнлек нигеҙендә башҡарылған түләүһеҙ хеҙмәт булды», — тип аңлатты Гүзәл Ситдиҡова.
2015 йылда Йәмғиәт «Алиса» тураһындағы әкиәттең 174 телгә тәржемә ителеүенә арналған өс томлыҡ сығарған. Был инглиз телендә иң ныҡ тәржемә ителгән әҙәби текст. Башҡортсаға әйләндерелгән китап Гүзәл Ситдиҡованың үҙендә һәм яҙыусы бүләк иткән Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала бар. Уны интернет-магазиндарҙа ла алырға мөмкин, әммә хаҡы ҡиммәт кенә – 16 долларға самаһы тора. «Эш ҡыҫҡа-ҡыҫҡа тәнәфестәр менән барҙы, әммә мин унан ныҡ ҡәнәғәт ҡалдым: был хеҙмәт ысын-ысындан ижади булып сыҡты. Мин туған телемдә кәрәкле һүҙҙәрҙе, образдарҙы тапҡан һайын ҡабат-ҡабат ләззәт кисерҙем— башҡорт теле төп нөсхәнең иң нәзәкәтле бөгөлдәрен дә образлы, тапҡыр һәм мәргән итеп сағылдыра ала, — тип «Башинформ» агентлығы күҙәтеүсеһе менән уртаҡлашты Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы. — Әкиәтте донъяның төрлө телдәрендә нәшер итеү проектын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша алыуыма һәм мөхәррир-консультант В.Я. Фет етәкселегендә тәржемә итеүемә рәхмәтлемен. Минең өсөн был эш әҫәрҙе юғары кимәлдә тәржемә итеү мәктәбе булды. Ошо эш менән шөғөлләнеүсе коллективҡа һәм мин асыштары менән файҙаланған һөнәрҙәш-тәржемәселәргә ҙур рәхмәт».Башҡорт телендәге тәржемә Британия китапханаһы каталогына индерелгән.

ЯҢЫ ТАПШЫРЫУҘАР

23.10.2018

Ололоҡла бала күңелкәйен!..
"Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире, шағирә Тамара Искәндәриә һәм балалар яҙыусыһы Миңлегөл Тайсина.

21.10.2018

Муса Ғәли шиғырҙары
Автор уҡый, 1992 йылғы яҙма.

20.10.2018

Мостай Кәрим шиғырҙары
Автор уҡый, 2005 йылғы яҙма.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение