"Ишет мине, әсәй"

һүҙ йомғағы

Мәҡәл – һүҙ асҡысы,
әйтем – күңел асҡысы.

Комментарийҙар

Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

«Әкиәтһеҙ бала саҡ» тигән китабы - рус телендә

«Инеш» нәшриәтендә яҙыусы һәм журналист, Ш.Бабич исемендәге хөкүмәт йәштәр премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтовтың «Әкиәтһеҙ бала саҡ» тигән китабы рус телендә донъя күрҙе. Йәш яҙыусының был икенсе китабы, етем балаларҙың тормошо хаҡында «Ҡалдырма, әсәй!» повесының дауамы булып тора. Әҫәрҙе рус теленә Айгөл Ғәйнуллина тәржемә иткән.
Китапта өс республиканың халыҡ шағирҙары: Ҡәҙим Аралбай (Башҡортостан), Роберт Миңнуллин (Татарстан), Юрий Семендерҙың (Сыуашстан) рецензиялары бирелгән. Был осраҡлы түгел. Айгиздең ижады Башҡортостанда ғына түгел, күрше республикаларҙа ла әҙәбиәт һөйөүселәргә яҡшы таныш. Уның беренсе китабы рус, сыуаш, татар, ҡаҙаҡ, азербайжан телдәренә тәржемә ителгән.
«Әкиәтһеҙ бала саҡ» китабы рус телендә ике мең данала сыҡҡан.
Сығанаҡ: "Башинформ"

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.