Главная

Мәҙәни яңылыҡтар

«Ҡурай даны» тигән республика телевизион премияһы булдырылды

«Башҡортостан» ТРК ДУП-һының «Ҡурай-ТВ» телеканалы «Ҡурай даны» тигән премия булдырҙы. Ул башҡорт телен пропагандалауға һәм һаҡлауға, халыҡ йолаларын үҫтереүгә һәм тамашасылар аудиторияһын йәлеп итеүгә йүнәлтелгән «Ҡурай» йыр-моң – күңел асыу телеканалын популярлаштырыу маҡсатында ойошторолдо.
Премия номинациялары:
— «Йыл йырсыһы»;
— «Йыл меценаты»;
— «Эшлекле ханым»;
— «Ижади ғаилә»;
— «Ҡул оҫтаһы»;
— «Ер кешеһе»;
— «Ҡәләм оҫтаһы»;
— «Һөнәр оҫтаһы»;
— «Миһырбанлы ғаилә»;
— «Иң шәп клип төшөрөүсе».
«Ҡурай даны» премияһы дүрт этапта уҙғарыла:
1-се тур – ябыҡ (ситтән тороп). Жюри тамашасыларҙың теләктәре буйынса һөнәри ҡаҙаныштарынан сығып, дәғүәселәрҙе билдәләй.

2-се тур - таныштырыу. Концерт форматында уҙа. Унда тамашасы номинацияла ҡатнашыусылар менән таныша.
3-се тур – телевизион (һайлап алыу). Йыл дауамында «Ҡурай» каналында номинанттар тураһында тапшырыуҙар эфирға сыға. Тамашасылар ебәргән SMS-тауыш биреү юлы менән еңеүселәр билдәләнә. 2019 йылдың февраль айында гала-концерт була. Еңеүселәргә исемле миҙалдар, дипломдар, аҡсалата һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырыла.

ЯҢЫ ТАПШЫРЫУҘАР

09.10.2018

Ырымбур өлкәһе. М. Буранғоловҡа стелла ҡуйылды
"Түңәрәк өҫтәл" артындағы һөйләшеүҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев һәм яҙыусы, журналист Сәрүәр Сурина ҡатнашты.

08.10.2018

Ҡурсаҡ театры актерҙары-тылсымсылар…

Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, театр сәнғәтен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн К.С.Станиславский миҙалы менән бүләкләнеүсе актриса Миңлеғаян Сафина

Алып барыусы: Фәнүзә Баһауетдинова

02.10.2018

Урал батыр фатихаһы
Йәмәғәт эшмәкәрҙәре, "Берҙәмлек" ойошмаһы ағзалары Әлфиә Йосопова, Шәүрә Солтанова һәм Йомадил Йомағужин "Түңәрәк өҫтал" артында үҙҙәренең уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение