"Ишет мине, әсәй"

һүҙ йомғағы

Айырылмаҫ дуҫыңа онотолмаҫ һүҙ әйтмә.

Комментарийҙар

Главная
Беҙҙең йышлыҡтар

Ҡәҙерле дуҫтар! «Ашҡаҙар» радиоһы Өфөлә 66.68 МГц йышлығында һөйләй, ә интернет киңлектәрендә беҙҙе Ер шарының һәр тарафында тыңлай алаһығыҙ.
66.68 Мгц

Ә һеҙ беҙҙе ҡайҙа тыңлайһығыҙ?

Комментарий

Яр Саллынан яҙабыҙ...

Яр Саллы башҡорттары беҙ. Интернет аша тыңлайбыҙ. Бик ҡыҙыҡлы темалар. Әле яҡташым,ҡорҙашым Сурина Сәрүәрҙе рәхәтләнеп тыңланык.

...һәр кем тыңлай алһын...

"Ашҡаҙар" һәр кем тыңлай алырлыҡ тулҡында тапшырылһа икән! Бар кеше лә интернет юҡ бит...

Ҡасан Әбйәлилдә булаһығыҙ?

Матур йырҙар, йөкмәткеле тапшырыуҙарҙы Урал аръяғылар үҙ телендә ҡасан ишетерҙәр?

...теләк һәм интернет кәрәк...

Интернет селтәрендә "Ашҡаҙар" радиоһын Урал аръяғында ғына түгел, Ер шарының төрлө төбәгендә тыңларға була. Бының өсөн теләк һәм интернет булыуы ғына шарт. Шул уҡ һеҙ әйткән Урал яръяғындағы Баймаҡ районында йәшәүсе байтаҡ тыңлаусылар "Ашҡаҙар"ҙы Smart-телевизорҙар аша тыңлай. Һеҙ ҙә берәй сараһын табырһығыҙ һәм "Ашҡаҙар" менән бергә ҡалырһығыҙ, тигән ышаныстабыҙ.

Баймаҡ ҡалаһындағы вышка боҙолоу сәбәпле Сибай, Әбйәлил,

Баймаҡ ҡалаһындағы вышка боҙолоу сәбәпле Сибай, Әбйәлил, Баймаҡ, Хәйбулла халҡы "Ашҡаҙар" радиоһын тыңлай алмай. Башҡорттар иң күп йәшәгән төбәктә мәсьәләне кисекмәҫтән хәл итергә кәрәк.

Мин «Ашҡаҙар»ҙы бөтә ерҙә лә тыңлайым!

Бик яҡшы, күңелгә йән өрөүсе радиоканал. Мин һеҙҙе бөтә ерҙә лә тыңлайым!

Һеҙгә ҙур рәхмәтлемен

Бисмиллааһир рахмаанир рахиим. Матур тапшырыуҙар алып бараһығыҙ. Бөгөнгө көндә иман, дин, әхләҡ, спорт темаһына тапшырыуҙарығыҙ бик кәрәк.
Изге юлдарға баҫтырған өсөн «Юлдаш» һәм «Ашҡаҙар» радиоларына сикһеҙ рәхмәтлемен. Һеҙгә бәхет, сәләмәтлек теләйем.
Нефтекаманан Хәлит ағай.

Салауатта «Ашҡаҙар»ҙы нисек табырға?

Салауатта «Ашҡаҙар»ҙы тыңлап булмай. Нисек табырға уны? Ике йыл инде тыңлай алмайым. Элегерәк табып була ине, хәҙер бер нисек тә тота алмайым.

http://ashkadarfm.ru/

Хөрмәтле тыңлаусылар! «Ашҡаҙар» радиоһы Өфөлә 66,68 мГц йышлыҡтарында һөйләй. Республика халҡы, Рәсәй төбәктәрендә йәшәүселәр һәм Ер шарының төрлө тарафтарына таралған яҡташтарыбыҙ беҙҙе интернет киңлектәрендә тыңлай ала.

Учалылар көтөп, көтөк булып бөттө:(

Учалы районында ҡасан тапшыра башлайһығыҙ?
Йыл ярым үтте инде, көтөп-көтөп көтөк булып бөттөк инде :(

ҒM-ға күсәһегеҙме?

Радионы машинала һәм радиоалғыстарҙа тыңлап булмай, сөки ҒM диапозонында тапшырылмай. Киләсәктә был диапазонға күсәһегеҙме?

ҒM 66,68 МГц йышлығында тыңларға мөмкин

Беҙ ҒM 66,68 МГц йышлыҡтарында ла һөйләйбеҙ. Радиоалғыс ошо киңлектәге йышлыҡтарҙы ала торғандарҙан булһа, тыңларға мөмкин.

Байрам менән!!!

Хөрмәтле «Ашҡаҙар» коллективының ҡатын-ҡыҙҙары!
Рөхсәт итегеҙ Һеҙҙе яҡынлашып килгән ҙур байрам, 8 март, халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы менән тәбрик итергә. Һеҙгә сәләмәтлек, бәхет, шатлыҡ, йән һәм күңел тыныслығы, һәр бер килгән көн һеҙгә бәхет алып килһен. Эшегеҙҙә һәм тормошоғоҙҙа ҙур уңыштар теләйем.
Иң изге теләктәр менән Хәлит ағай. Нефтекама.
Рәхмәт матур йырҙарығыҙ һәм тапшырыуҙарығыҙ өсөн.

Әлмәт ҡалаһында тыңлайбыҙ!

Татарстандың Әлмәт ҡалаһында йәшәйбеҙ. «Ашҡаҙар»ҙы интернет аша тыңлайбыҙ. Күңелгә май булып яғылып ҡына торған моңло башҡорт йырҙарын иптәшем дә, ҡайным менән ҡәйнәм дә бик оҡшаталар.

Рәхмәт матур тапшырыуҙарығыҙ һәм йырҙарығыҙ өсөн!

Байрам менән, «Ашҡаҙар» коллективы!
Рәхмәт матур тапшырыуҙарығыҙ һәм йырҙарығыҙ өсөн. Сәләмәтлек, бәхет, шатлыҡ һәм йән тыныслығы теләйем.
Нефтекама, Хәлит ағай.

«Ашҡаҙар» радиоһын тыңлаусы барлыҡ ир-егеттәрҙе ҡотлайбыҙ!

Хөрмәтле Хәлит ағай! Һеҙҙе һәм «Ашҡаҙар» радиоһын тыңлаусы барлыҡ ир-егеттәрҙе байрам менән ихлас ҡотлайбыҙ. Иҫәнлек-һаулыҡ, ғаилә бәхете һәм донъя именлеге теләйбеҙ.
Киләсәктә лә беҙҙең тулҡындарҙа ҡалығыҙ! Яҙышып тороғоҙ.
Ихтирам менән «Ашҡаҙар»ҙар!

Сезне тыңлағанда жан ял итә...

Мин сезне Нефтекамада интернет аша тыңлыйм. Бик яҡшы канал. Сезне тыңлағанда жан ял итә, куңел тынычлана. Сезгә зур рәхмәт шундый канал оештырган очен. Сезнең коллективҡа сәләмәтлек, бәхет һәм шатлыҡ телимен. Эшегездә зур уңышлар теләп ҡалам, Нефтекамадан Хәлит ағай.

Жуково ауылында интернет аша тыңлайым...

Жуково ауылында (Өфөнөң Дим биҫтәһе эргәһендә) «Ашҡаҙар» радиоһын тотоп булмай. Күберәк интернет аша яҙмалар тыңлайым. Тапшырыуҙар йөкмәткеле. Бер ултырып тыңлағанда әллә күпме, бер ҡайҙа ла ишетмәгән ҡыҙыҡлы мәғлүмәт яңғырай. Рәхмәт!

Таиландта «Ашҡаҙар»ҙы тыңлап ял итәм…

Өфөлә тыңлағаным юҡ ине. Бына Таиландта тыңлап ял итәм. Бик шәп!!!

Учалылар яҙа...

Учалыла ни өсөн ишетелмәйһегеҙ???

Шәп канал…

Рәхмәт! Шәп канал, әммә йышлыҡтарҙың әҙ булыуы күңелде ҡыра. Ошо мәсьәләне күтәреп сығырға ине.

ПРАГА, БРНО, МЮНХЕН, УЛЬМ, БИБЕРАХ

Бер тәҡдимем бар ине һеҙгә: «Ашҡаҙар» радиоһын … тыңлайҙар тигәндә Прага, Брно, Мюнхен, Ульм, Биберах ҡалаларын да өҫтәгеҙ әле, зинһар өсөн!
Сөнки минең Германияла – Ульм, Биберах, Мюнхен ҡалаларында тыңлағаным бар. Ҡыҙым Таңсулпан «Ашҡаҙар»ҙы Германияла тыңлай, мин Брно ҡалаһында тыңлайым. Австрияла ла тыңлайҙар. Ғөмүмән, интернет аша күңелегеҙгә ятҡан радионы тыңларға мөмкин, Ер шары бик бәләкәй бит!
Ихластан уңыштар теләп, Миләүшә Ҡолмөхәмәтова.

ӨФӨ

Мин һеҙҙе Өфөлә рәхәтләнеп тыңлайым!!!

Комментарий яҙыу

  • Адреса страниц и электронной почты автоматически преобразуются в ссылки.
  • Разрешённые HTML-теги: <a> <em> <strong> <cite> <code> <ul> <ol> <li> <dl> <dt> <dd>
  • Строки и параграфы переносятся автоматически.

Тексты форматлау тураһында тулыраҡ

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
CAPTCHA на основе изображений
Введите символы, которые показаны на картинке.

© ГУП ТРК «Башкортостан» РБ. Все права на любые материалы, опубликованные на сайте, защищены в соответствии с российским и международным законодательством об авторском праве и смежных правах. При любом использовании текстовых, аудио-, фото- и видеоматериалов ссылка на www.ashkadarfm.ruобязательна.

При полной или частичной перепечатке текстовых материалов в Интернете гиперссылка на www.ashkadarfm.ru обязательна. Поддержка и техническое сопровождение сайта осуществляется отделом Интернет-вещания ГУП ТРК «Башкортостан» РБ.

Защита данных Пользовательское соглашение